Инспекторҙар 9 мышы, 11 ҡоралай һәм 4 ҡабанды законһың атыу осрағын теркәгән. 11 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Инспекторҙар өсөн трассанан ситкә төшкән һәр эҙ һиҫкәнеүгә сәбәп. Бигерәк тә ҡаргиҙәр юлы шик тыуҙыра. Сөнки ҡануниәткә ярашлы, техниканан һунар итеү бөтөнләй тыйыла. Һунарсылыҡты күҙәтеүселәр мотосаналарҙа урманға сыҡҡан һәр кешене ҡыуып тотоп документ, әгәр һунарсылар булһа рөхсәт ҡағыҙҙарын тикшерергә мәжбүр.
Ярай ҙа ҡыуып тота алһалар. Ғәҙәттә закон боҙоусылар инспекторҙар күренеү менән тайыу яғын ҡарай. Ул сағында ҡеүәтле ямахаларҙы, дәүләттән бирелгән бурандар менән баҫтырып тотормон тимә. Тотҡан хәлдә лә улар рациялар аша барыһына ла хәбәр итеп өлгөрә. Шуға ҡарамаҫтан, инспекторҙар көн дә тирелек үҙенә бүленгән биләмәне әйләнеп сыға.
Һәр инспекторға бер нисә райондың һунарсылыҡ биләмәһе ҡарай. Уларға йәйгеһен автомобилдә, ҡыш ҡаргиҙәрҙә йөҙгә яҡын саҡырым юл үтергә тура килә. Һунарсылыҡты күҙәтеүҙән тыш тәбиғәт һаҡсылары ҡырағай тереклекте лә иҫәптә тоторға тейеш.
Һунарсылыҡты күҙәтеү инспекторҙары йыл башынан алып ҡына 360 тапҡыр рейдҡа сығып ете йөҙҙән ашыу һунарсыны тикшергән. 14 осраҡта законһыҙ кейек аулау теркәлгән. Браконьерҙарҙың унауһына енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Айнур Кәбиров







