Башҡортостанда Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең уҡыусылар башланғыстарына матди ярҙам күрһәтеү буйынса проекты старт алды. Сара сиктәрендә республика кимәлендә иң яҡшы тип танылған балалар проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн төбәк бюджетынан 30 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
Бәйгелә үҙ көсөн Борай районы уҡыусылары ла һынап ҡараны. Үҫмерҙәрҙең тыуған мәктәбен заманса төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйған проекттары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Музыка, фитнес залдары, коворкинг үҙәк, дизайн студияһы һәм телевидение мәктәбе. Былар барыһы ла Борай районы үҙәгенең 3-сө мәктәбе уҡыусылары проекттары. Үҫмерҙәр уларҙы идеяһынан алып сметаһына тиклем үҙ аллы төҙөгән. Конкурста 14 йәштән өлкәнерәк уҡыусылар ҡатнаша.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, 3-сө мәктәп уҡыусылары араһында коворкинг үҙәк булдырыу буйынса проект еңеүсе тип танылды. Республика кимәлендә Борай районы үҙәгенең башҡа ике мәктәбе лә фәнни лабораториялар төҙөү башланғысы менән сығыш яһаясаҡ.
Проект шарттарына ярашлы, муниципалитет сығымдарҙың 10 процентын ҡапларға бурыслы. Бәйгенең төп маҡсаты – уҡыусыларҙы мәктәп инфраструктураһын камиллаштырыу идеяларын булдырыу процесына йәлеп итеү. Конкурсты Евразия фәнни-белем биреү үҙәге. ойоштора. Уҡыусылар проекттарын матди дәртләндереү 2024 йылға тиклем дауам итәсәк.
Быйыл дәүләт ярҙамында уҡыусылар башланғысындағы 60 проект тормошҡа ашырылыр,тип көтөлә. Ошо маҡсатта төбәк бюджетынан 30 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Тейешле указға 2021 йылдың сентябрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны. Конкурс сиктәрендә республиканың төрлө мәктәптәре тарафынан интерактив класс, музыкаль студия, IT-китапхана кеүек креатив идеялар тәҡдим ителде.
Рәзилә Ғиниәтуллина




