Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторолоуға 85 йыл тулды

Ул 1937 йылдың 20 февралендә Республика халыҡ ижады йорто булараҡ эшләй башлай. Үҙәк Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү, мәҙәниәт ойошмаларына үҙэшмәкәр һәм һәүәҫкәр ижадты үҫтереүгә ярҙам итеү, халыҡтың ялын ойоштороу йүнәлешендә эшмәкәрлек алып бара.  Башҡортостанда 2022 йыл башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы билдәһе аҫтында үтә. “Глобалләшеү осоронда бик иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк. Халыҡ хазинаһына ҡул һуҙырға маташыусылар осрап тора. Беҙ һаҡлау эшен мәшһүр “Урал батыр” дастанынан башланыҡ”, - ти Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.

Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторолоуға 85 йыл тулды

 Йыл һайын ойошма башланғысы менән 30-ҙан ашыу республика, төбәк- һәм халыҡ-ара фестиваль, конкурстар уҙғарыла. Улар араһында “Урал моңо”, “Берҙәмлек”, “Ашҡаҙар таңдары”, “Ирәндек моңдары” кеүек абруйлы сараларҙы атап үтергә була.

Фото №1 - Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторолоуға 85 йыл тулды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ