Ул Асҡын һәм Байҡы райондарын биләмәләре сиктәрен үҙгәрткәндән һуң барлыҡҡа килә. 1956 йылда Ҡариҙел районы составына Байҡыбаш районы индерелә. Хәҙерге майҙаны 3 мең 786 квадрат метр. Районда 26 мең кеше йәшәй. Уларҙың яртыһы – башҡорттар. Ылыҫлы урмандарҙың күплегенә һәм Павловка һыу һаҡлағысының матурлығына һоҡланып, халыҡ Ҡариҙелде "икенсе Швейцария" тип тә йөрөтә. Йырҙарҙа данланған Ҡариҙел һыуҙары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы һәм Өрөш йылғалары ҡушылдыҡтары менән бергә киң, зәңгәр таҫма булып районды ике өлөшкә бүлеп аға. Һул яҡ яры – урман биләмәһе, бында башлыса ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Дала ерҙәрендә ауыл хужалығы үҫешкән.







