Унда йәшәүселәр Франция инвесторҙары өсөн ер биреүгә ҡаршы сыҡты. Халыҡ әйтеүенсә, ситтән килтерелгән бал ҡорттары башҡорт ҡорттарының үлеүенә сәбәпсе булыуы мөмкин. Азат Бадранов әйтеүенсә, башҡорт бал ҡортон һаҡлап алыу менән умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институты шөғөлләнә, башҡор бал ҡорто өсөн тәғәйен биләмәләр билдәләнгән. Ауыл хужалығы министрлығы финанс ярҙам күрһәтә. Кешеләрҙе урамға сығырға саҡырыусылар проблеманы ысынлап та хәл итеү маҡсатын ҡуймай. Был мәсьәлә буйынса халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә, реаль һөҙөмтәләр буласаҡ, тине Азат Бадранов.








