Бөгөн Өфөлә мәктәп уҡыусылары “шайморатовсылар”ға ҡабул ителә

Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән мәктәптәрҙә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кластары ойошторолдо. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәрендә асылды. Был мәктәптәрҙә Шайморатовҡа арналған кабинет-музейҙар эшләй. 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 9-сы “Г” класы “Шайморатовсылар” исемен йөрөтә. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова етәкләй.

Бөгөн Өфөлә мәктәп уҡыусылары “шайморатовсылар”ға ҡабул ителә

Шайморатов кластарында уҡыусыларға берҙәм мәктәп формаһы индерелә, уҡыусылар ҡаҙаныштары өсөн “Йәш шайморатовсы” билдәһе менән бүләкләнә.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә мәктәп уҡыусылары “шайморатовсылар”ға ҡабул ителә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ