Башҡортостанда мари телен өйрәнеү өсөн бөтә шарттар бар

Башҡортостанда 100 меңдән ашыу мари йәшәй. “Туған телебеҙҙе өйрәнеү һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өсөн республикала бөтә шарттар бар”. Мишкә районы вәкиле Анжелика Юзукбаева беҙҙең радиоға биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе. Ул Сурай ауылында урынлашҡан мари гимназияһында эшләй. Белем усағы яҙыусы Яныш Ялкайн исемен йөрөтә. Гимназияла 200-ҙән ашыу бала уҡый. “Фольклор кисәләре, Шәжәрә байрамы, Ялкайн уҡыуҙары ойошторола”, - ти Анжелика Юзукбаева.

Башҡортостанда мари телен өйрәнеү өсөн бөтә шарттар бар

Республика мариҙарының 70 проценты Мишкәлә йәшәй. Унда тарихи-мәҙәни үҙәк эшләп килә. Район хакимиәте мәғариф бүлеге вәкиле Лилиә Хәсәнова.

Башҡортостанда мари телен өйрәнеү өсөн бөтә шарттар бар

Мишкә районында халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байтаҡ саралар үтә. Киләһе йылда Мишкә ауылында мари полилингваль мәктәбен асыу планлаштырыла.  Район үҙәгендә урынлашҡан мәктәп бинаһына капиталь ремонт үткәреү проекты әҙерләнгән.

Фото №1 - Башҡортостанда мари телен өйрәнеү өсөн бөтә  шарттар бар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ