Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотланы

Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында ЮНЕСКО тарафынан 21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән.

«Беҙ төрлө телдәрҙә һөйләшәбеҙ, һүҙҙәр төрлөсә яңғырай һәм гел генә бер үк мәғәнәне лә аңлатмай. Ләкин иң мөһиме: беҙ бергә, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ һәм тыуған илебеҙҙе яратабыҙ. Туған тел көнө менән! Барығыҙға тыныслыҡ һәм һаулыҡ! – тип яҙған республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙәге сәхәфәләрендә.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотланы

Илдар Байбулатов

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ