Иглин районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, йәкшәмбе киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә М-5 федераль трассаһында «Рено Дастер» автомобиле «ДАФ» йөк машинаһы менән бәрелешә.

Авария һөҙөмтәһендә кроссоверҙа ултырған ике пассажир ҡатын үлемесле яралана, водитель ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Әле авария сәбәптәре тикшерелә.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡот осҡос фажиғәгә буран сығып, юлдағы боҙлауыҡ килтереүе ихтимал. Инспекторҙар бөгөн дә һауа торошоноң боҙолоп тороуын иҫәпкә алып, водителдәрҙе алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш итә.

Фото №1 - Иглин районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ