Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 4 387 кешегә ҡуйылған

Бөгөн стационарҙарҙа 301 кеше дауалана, уларҙың 180-е 60 йәштән өлкәндәр. 33 пациент ауыр хәлдә, ИВЛ аппараттары буш ҡала. Тағы ла 37 098 кеше яңы инфекцияға ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә сирҙән 612 кеше һауыҡҡан, 17 үлем осрағы теркәлгән.

Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә республикала 2 297 143 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 92 ярым проценттан ашыуы. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка эшләү өсөн 1 104 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 4 387 кешегә ҡуйылған

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ