Бөгөндән Рәсәйҙә антиесемдәргә тестың ыңғай һөҙөмтәһе буйынса QR-код алырға мөмкин

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ошо туралағы бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Документтан күренеүенсә, сирҙе үткәреү тураһында сертификат ғариза тапшырған көндән алып өс көн эсендә төҙөлә.

Унда дәүләт хеҙмәттәре порталындағы яҙманың номеры, тикшереү үткәреү көнө һәм ысулы, медицина изделиеһын етештереүсе, шулай уҡ тест үткәргән медицина ойошмаһы хаҡында мәғлүмәт индерелә. Ковид-сертификат алты ай ғәмәлдә була. Шәмбенән Башҡортостанда йәмәғәт унындарына инеү өсөн QR-код талап ителмәй.

Фото №1 - Бөгөндән Рәсәйҙә антиесемдәргә тестың ыңғай һөҙөмтәһе буйынса QR-код алырға мөмкин
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ