Cифатлы медицина ярҙамы. Ейәнсура районының бер юлы ике ауылында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункттары файҙаланыуға тапшырылды. Урындағы халыҡтың шатлығын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Башҡорт Үргенендә меңгә яҡын кеше йәшәй. Ауылда медицина учреждениеһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә беренсел медицина звеноһын модернизациялау республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән. ФАП-ты асыуға тос өлөш индереүселәргә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хакимиәт башлығы Дәмин Юланов Башҡорт Үргенендә йәшәүселәргә медицина ярҙамының сифаты элеккегә ҡарағанда күпкә юғары буласағын билдәләне.
Заманса ҡорамалдар төпкөлдә йәшәүселәргә беренсел медицина ярҙамын ваҡытында һәм сифатлы итеп күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Башҡорт Үргенендә йәшәүселәргә быға тиклем тауҙар артылып, ауыл фельдшерына күренергә йәрөргә тура килгән. Был үҙ сиратында өлкән быуын кешеләренә, ауырлы ҡатындарға һәм йәш балалы әсәләргә ауырлыҡтар тыуҙырған.
Яңы фапта эш башлаған тәжрибәле фельдшер янына тәүге пациенттар ҙа ағыла башланы. Земфира Аҡсурина беренселәрҙән булып алты бала әсәһе Аҡһылыу Сурурованы игеҙәк улдары менән ҡабул итте.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында халыҡҡа тиҙҙән кәрәкле дарыуҙар һәм препараттар һатып алыу мөмкинлеге булдырыла. Башҡорт Үргенендә һәм күрше ауылдарҙа йәшәүселәр кәрәкле дарыуҙарҙы район үҙәгенә бармайынса, үҙҙәре йәшәгән ауылда һатып аласаҡ.
ФАП-тарҙа дарыу һатыуҙы рөхсәт итеүгә лиценция алыу ҙа тиҙләтеләсәк. Бынан тыш, яҡын киләсәктә депутаттар коммерция дарыуханаларына хаҡты район кимәлендәгесә тотоп, күсмә сауҙа итеү рөхсәтен дә ойошторасаҡ.
Ошо ыҡсым 70 квадрат метрлыҡ бинала фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу бында йәшәгән 966 кеше өсөн оло ваҡиға. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ауыл үҙәгендә пациенттарға йөрөр өсөн уңайлы ерҙә төҙөлгән. Медицина учреждениеһын модернизациялау халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртып, ғүмер оҙонлоғон арттырырға булышлыҡ итер, тип күҙаллана.
Байышта 438 кеше йәшәй. Ауыл халҡы медицина учреждениеһы асылыуын түҙемһеҙләнеп көткән. Иҫке бина 1967 йылда төҙөлгән булған, йылдар үтеү менән ул иҫкереп, пациенттарҙы ҡабул итеүгә яраҡһыҙ хәлгә килгән. Төпкөлдә беренсе медицина ярҙамын яҡынайтыусыларға һәм төҙөлөштә ҙур тырышлыҡ һалған уңғандарға иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Байыш ауылы медицина учреждениеһы кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә препараттар менән тәьмин ителгән. Фельдшер-акушерлыҡ пункты ла былтыр сентябрҙә төҙөлә башлаған. Медицина учреждениеһының ҡорамалдар менән бергә дөйөм хаҡы 5 миллион һумға яҡын.
ФАП-та ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау бүлмәһе, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү зоналары, яңы тыуған сабыйҙарҙы күҙәтеү мөйөштәре лә ҡаралған. Байышта пациенттарҙы медицина өлкәһендә 15 йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған фельдшер Сажиҙә Назарова дауалаясаҡ
Етмеш квадрат метр майҙанлыҡ бинала бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Бинаға автоном һыу селтәре үткәрелгән, йылы һыу өсөн бойлер урынлаштырылған. Беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн медицина кәрәк-яраҡтары һәр осраҡҡа айырым тәртип менән исемләнгән ҡумталарға тупланған.
Был ҡумталағы медицина кәрәк-яраҡтары аяҡ, ҡул һынғанда, төрлө тән йәрәхәттәре алғанда ҡулланыла. Бында стерилле бинт, марля, простыня, жгуттан тыш, ауыртыуҙы баҫа торған препараттар ҙа һалынған.
Ейәнсура районында беренсел медицина звеноһын модернизациялау әүҙем тормошҡа ашырыла. Төбәктә тағы ла 4 ауылға фап төҙөү талап ителә. 2022 йылда республикала 44 фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу ҡаралған. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау программаһы 2025 йылға тиклем тормошҡа ашырылып, Башҡортостанға ошо маҡсатта 18 миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
Гүзәл Борханова




