1 марттан Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы аша үткән иҫке күпер ике йыл ярымға реконструкцияға ябыла

Әлегә биләмәлә күләмле төҙөлөш эштәренә әҙерлек бара. Проектҡа ярашлы, ҡоролманың ике терәүен яңыртыу, ҡалғандарын нығытып ҡуйыу ҡаралған. Күперҙең өҫкө өлөшө лә заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороласаҡ.

Көньяҡ ҡапҡа символы – ҡоршаулы арка һаҡлап ҡалына. Белгестәр 1956 йылда төҙөлгән күперҙең оло хәүеф тыуҙырыуын билдәләй. Техник торошона бәйле экспертиза һөҙөмтәләре буйынса капиталь ремонт башлау ҡарары ҡабул ителгән.

Иҫке күпер ябылғандан һуң, ҡалған ике ҡоролма аша баш ҡаланан сығыу һәм инеүгә ун һыҙат эшләйәсәк, уларҙың береһендә автомобиль хәрәкәте йүнәлешен үҙгәртергә була. Урындағы хакимиәт юлдағы хәлде контролдә тотасаҡ. Төҙөлөш эштәре Өфөнөң 450 йыллығына тамамланыр тип көтөлә.

Фото №1 - 1 марттан Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы аша үткән иҫке күпер ике йыл ярымға реконструкцияға ябыла

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ