Ҡырмыҫҡалы районында законһыҙ ҡомло ҡырсынташ сығарыу осрағы асыҡланған

Төҙөлөш материалы Иҫке Ҡыйышҡы ауылы эргәһендә сығарылған булған. Законһыҙ эшмәкәрлеккә ошо көндәрҙә иғтибар итәләр. Асыҡланыуынса, Өфө сауҙа компанияһы урман участкаһында быуа төҙөлөшөнә һылтанып ҡом сығарыу һәм уны һатыу менән шөғөллөнгөн. Мәғлүмәт тикшереү һәм тейешле ҡарар ҡабул итеү өсөн Эске эштәр министрлығына тапшырылған.

Ҡырсынташ тейәлгән өс самосвалды туҡтаттыҡ. Әле был эшмәкәрлек туҡтатылды, техникалары арестҡа алынды. Билдәле булыуынса, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу лицензия нигеҙендә һәм был юҫыҡтағы ҡануниәт буйынса алып барылырға тейеш.

Урал Искәндәров, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры
Фото №1 - Ҡырмыҫҡалы районында законһыҙ ҡомло ҡырсынташ сығарыу осрағы асыҡланған

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ