Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эшсе төркөм булдырылды. Уны вице-спикер Тамара Танһыҡҡужина етәкләй. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килеүселәрҙе ҡабул итеү буйынса оператив штаб ойошторолдо. Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, иртәгә Башҡортостанға Донбастан 2 меңгә яҡын ҡасаҡ килеүе көтөлә. Бының өсөн мобиль пункттар булдырыла.







