Башҡортостандағы Ситуация үҙәге Донбастан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам буйынса 150-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡлана башлау сәбәпле, үҙәктә операторҙар һаны кәметелгән. Бөгөн 20-нән ашыу белгес эшләй. “Башҡаларға ауыр ваҡытта Башҡортостан халҡының мәрхәмәтлек ҡылырға әҙер булыуы хөрмәткә лайыҡ”, - ти Ситуация үҙәге координаторы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева.
Ситуация үҙәге көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.







