Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан эвакуацияланған граждандарға ярҙам итеү буйынса йәмәғәт штабы булдырылды. Ярҙам күрһәтергә теләге булғандар кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре, башҡа кәрәк-яраҡ килтерә ала. “Әле урындағы барлыҡ бүлексәләрҙә гуманитар ярҙам йыйыу өсөн пунктар эшләй”, - ти партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Насретдинов.
Ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәр республиканың Ситуация үҙәгенә шылтырата ала. Телефоны: 8-347-218-19-19.







