Республикала 2014 йылдан тормошҡа ашырылған программала Ейәнсура районы ауыл биләмәләре йыл һайын ҡатнашып ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә. Быйыл төбәктә ауылдарҙы төҙөкләндереүгә дөйөм хаҡы 10 миллион ярым һум тәшкил иткән проекттар тормошҡа ашырыласаҡ. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Юнай ауылында клуб бинаһы 1967 йылда һалынған. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт арауығында мәҙәниәт учреждениеһында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Ауыл халҡы дөйөм йыйылышта мәҙәниәт усағын тәртипкә килтереү мәсьәләһен күтәргән. Ремонтҡа 288 мең һум республика, 52 800 һум район бюджетынан йүнәлтеләсәк, 29 200 һум халыҡтан, ҡалған шундай уҡ сумма бағыусыларҙан йыйылыр тип күҙаллана.
Яңыбайҙа йыйылышҡа ауылдың иң әүҙем кешеләре килгән. Биләмә урындағы башланғыстарҙы хуплау республика программаһында ете тапҡыр ҡатнашып, өс яуылдың мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәреүгә, балалар майҙансығын ҡороуға ирешкән. Быйыл иһә Яңыбайҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына обелиск торған майҙанды 120 квадрат метрға киңәйтеп, таш түшәп, эскәмйәләр, фонарҙар ҡуйыу ҡарала.
Байдәүләт ауыл биләмәһенә ҡараған Сөләймән ауылында 7 ғаилә иҫәпләнә. Ауылда йәшәгән өлкән быуын вәкилдәре зыяратты тәртипкә килтереү мәсьәләһен күтәрә. Уны тормошҡа ашырыуға 156 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ, өй башынан мең һум аҡса йыйыласаҡ, шулай уҡ ситтә йәшәгән ошо ауылдан сыҡҡан яҡташтары ярҙамына ла өмөтләнәләр.
Һүрәм ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында 2014 йылдан алып ҡатнашып, 7 проектты тормошҡа ашырған. Малай Муйнаҡта, Кинйәбулат ауылдарында зыяраттар тәртипкә килтерелгән. Быйыл был эште Күгәрсен ауылында атҡарып сығырға теләйҙәр. Шуға лә һәр кем әүҙемлек күрһәтә.
Сәғит ауылы Байыш ауыл хакимиәтенә ҡарай. Ауыл халҡы бер төптән йәштәрҙең зауыҡлы һәм файҙалы ялы өсөн тырыша.
Ейәнсура районында урындағы башланғыстарҙы хуплау проектына 15 ауыл биләмәһенән берешәр проект тәҡдим ителгән. Төпкөлдә йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәрен хуплаусы, ауылдарҙың социаль үҫешенә ыңғай булышлыҡ итеүсе программала һәр ауыл халҡы юғары балдар йыйып, еңеп сығыу маҡсатын ҡуя.
Гүзәл Борханова







