Республикала шундай программа ғәмәлгә ашырыла. Агрономдар, фермерҙар өсөн ойошторолған уҡыуҙарҙа тәжрибәле белгестәр сығыш яһай. Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Рәзит Нурлығаянов билдәләүенсә, уҡыуҙар ауыл хужалығы белгестәре өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Бойҙай һәм һуған үҫтереүгә бәйле кәңәштәр бирелде. Ошо көндәрҙә юғары табыш килтергән культуралар буйынса уҡыуҙар башлана. “Курстарға аграр университеты студенттарын да йәлеп итәбеҙ”, - ти Рәзит Нурлығаянов.
Курстар Ауыл хужалығы министрлығының You-Tube-каналында тапшырыла, дәрестәр 2 мартҡа тиклем бара.







