“Ат уйнатып алдан бара”. Бөгөн Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовты сәхнәлә күрергә була. Легендар командир һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған спектаклде Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры күрһәтә. Пьеса Башҡортостан архивы, республика музейҙарында һаҡланған документаль сығанаҡтарға нигеҙләнә. Танылған артист Хөрмәтулла Үтәшев:
Спектакль киске сәғәт 7-лә башлана. Эпидемиологик хәлгә бәйле, шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу мотлаҡ.








