– Украина агрессияһынан ҡасып Рәсәйгә һыйынған оло йәштәгеләр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙы ихлас күңел, асыҡ йөҙ менән ҡабул итәбеҙ, улар беҙҙең өсөн ят кешеләр түгел, – тип белдерҙе йәмәғәт ойошмаһының рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Республикала эвакуациаланыусыларға гуманитар ярҙам туплау дауам итә. Уның штабы «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитетында урынлашҡан. Йәшәгән урындарын ҡалдырып, Рәсәйгә һыйынған халыҡтың тәү сиратта көндәлек шәхси гигиена әйберҙәренә, йылы кейемгә ихтыяжы бар.







