Ватанды һаҡлау өсөн ҡорал тотоу мотлаҡ түгел

Яҡындарыңды ҡурсалау, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу, тирә-йүндәгеләргә мәрхәмәтле ҡараш та илһөйәрлек, Ватан һаҡсыһы сифаттары. Ә инде кеше ғүмерҙәрен бәләнән аралау ҡаһарманлыҡҡа тиң. Бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән балалар Маҡтау грамоталары, бүләктәр менән билдәләнде.

Әйтерһең, был көндө сихри көстәр 15 йәшлек Данирҙы Ҡыҙыл аша һалынған күпергә алып килгән. Осраҡлыҡ менән генә ул һыуға бата башлаған бала арҡаһын күреп ҡала. Үҫмер күпте күргән ҡотҡарыусыларға хас тәүәкәллек менән шундуҡ һыуға ташлана.

Ваҡытында һәм дөрөҫ күрһәтелгән тәүге ярҙам ғына баланың ғүмерен һаҡлап ҡала. Данир был оҫталыҡҡа тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә өйрәнә. Күрәһең, тап тәүге ярҙам дәресен ул башҡаларға ҡарағанда иғтибарлыраҡ тыңлаған.

Был батырлығы өсөн Әбйәлил егете Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Федерация Советының иҫтәлекле миҙалдары менән билдәләнә. Ватанды һаҡлаусылар көнөн алдынан Данир бер төркөм тиҫтерҙәре менән бергә Маҡтау грамотаһы һәм һауыҡтырыу лагерына юллама менән бүләкләнде.

Батырлыҡ күрһәтеү өсөн яуҙа булыу мотлаҡ түгел. Тыныс тормоштоң да үҙ ҡаһармандары, өлгө алырлыҡ шәхестәре күп. Бындай йәштәр барҙа беҙҙең ил киләсәктә лә ныҡлы баҫып торасаҡ.

Фото №1 - Ватанды һаҡлау өсөн ҡорал тотоу мотлаҡ түгел

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ