Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл баш ҡала парктарын төҙөкләндереүгә бәйле күләмле проекттарҙы атаны. Уның билдәләүенсә, парктар һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәре май айында башланырға тейеш.
Быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейешле объекттарҙың береһе – «Ҡашҡаҙан» паркы. Күлдең төбө таҙартылған, һыу объекты артабан бысранмаһын өсөн унда тейешле ҡоролмалар ҡуйылған, унда быйыл йәйгеһен һыу инергә мөмкин.
Паркты баш ҡала көнөнә асыу күҙаллана. «Был проектҡа күп аҡса, энергия һәм күңел йылыһы һалынды, беҙ «Ҡашҡаҙан»ды Рәсәйҙең иң яҡшы парктарының береһе итергә тырышасаҡбыҙ», тигән төбәк етәксеһе. Посында Радий Хәбиров шулай уҡ баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге Үҙәк һәм Нефтехимиктар парктарын төҙөкләндереү пландары менән дә уртаҡлашҡан.
Гөлдәриә Йосопова




