«Шүлгәнташ» музей комплексының төп экспонаттары урынлаштырыла

Өс факсимиле, йәғни мәмерйәләге һүрәттәрҙең дөрөҫ күсермәһе Францияла эшләнгән. «Көнбайыш», «Көнсығыш», «Аттар һәм тамғалар» панноларын монтажлау, тоташтырылған урындарын буяу эштәре тамамланыу алдында. Белгестәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова аралашты.

Альтамир, Ласко, Шове кеүек «Шүлгәнташ» та донъяның иң әһәмиәтле мәмерйәләре исемлегендә. Быны Андорра рестовратор Эудаль Гийамет та билдәләй. Белгес 2015 йылдан алып «Шүлгәнташ» мәмерйәһендәге рәсемдәрҙе өйрәнә. Ул факсимиле, йәғни һүрәттәрҙең ысынбарлыҡҡа яҡын булған, дөрөҫ һәм тулы күсермәһен эшләргә лә ярҙам итә.

Факсимиле эшләү процесы бик ҡыҙыҡлы үтте. Күп йылдар дауамында «Шүлгәнташ»тың ябай кешеләр өсөн асыҡ булыуы мәмерйәгә зыян килтерә. Графикалар күп ине, уларҙы таҙартыу эше күп ваҡыт һәм көс талап итте. Ләкин тәүтормош һүрәттәренең сифаты беҙҙе хайран ҡалдырҙы. Һәр ваҡыт башҡорт белгестәре лә беҙгә ярҙам итеп торҙо. Панноларҙы монтажлау өсөн беҙ бер төрлө технология уйлағайныҡ, ләкин бындағы егеттәр ҡулайлы ысул тәҡдим итте.

Эудаль Гийамет, рәссамдар координаторы, ҡая сәнғәте буйынса халыҡ-ара эксперт / Андорра кенәзлеге

Рәсәйҙә аналогы булмаған берҙән-бер музей комплексын Франция белгестәре эшләгән паннолар биҙәйәсәк. Ҡая сәнғәтен реставрациялауҙа Ален Далес командаһының тәжрибәһе ҙур. Быға тиклем ул ил кимәлендә билдәле булған мәмерйәләрҙең факсимилеһын эшләй. Был ваҡыт эсендә Монтиньяҡ ҡалаһындағы оҫтахана етәксеһе панноларҙы эшләү техникаһын камиллаштыра. «Шүлгәнташ» менән бер рәттә ул Коске һыу аҫты мәмерйәһендә табылған һүрәттәрҙең күсермәһен әҙерләү менән дә шөғөлләнә.

Эш менән мин ҡәнәғәтмен. Панно ысынбарлыҡҡа яҡын килә, бәләкәй ярыҡтар, һүрәттәрҙең һәр һыҙығы фотографияларға ҡарап эшләнде. Факсимиле эшләү оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс, быға тиклем ҡулланылмаған технологиялар һәм ыҫмаланың яңы төрҙөрен ҡулландыҡ. «Шүлгәнташ» мәмерйәһе – уникаль ҡомартҡы.

Ален Далес, Монтиньяк ҡалаһының «Аrc&os» оҫтаханаһы етәксеһе /Франция/

Әҙер һәм етешәр өлөшкә бүленгән паннолар Франциянан Бөрйәнгә 12 көн буйы килтерелә. Уларҙы урынлаштырыуҙа башҡорт белгестәре ҡатнаша. Тоташҡан урындарын рестовраторҙар урында уҡ буяй. Палетолит осоронда йәшәгән тәүторомош рәссамдарының иң сағыу эҙҙәрен хәҙер музейҙа ла күрергә мөмкин.

Мәмерйәлә «Аттар һәм тамғалар» һүрәттәре Шүлгән йылғаһы аҫтында урынлашҡан. Дымлылыҡтың юғары булыуы арҡаһында ҡая кальцит менән ҡапланған. Рестовраторҙар әйтеүенсә, һүрәттәрҙең күп өлөшө әле лә кальцит ҡатламы аҫтында ҡалыуы ихтимал. Бының турала «Т» хәрефенә оҡшаған тамға һөйләй. Юнеско исемлегенә ингәндән һуң ғына, ҡая составын ныҡлы өйрәнеп быға тиклем билдәле булмаған һүрәттәр асыҡланыуы ихтимал.

7 экспозиция залынан торған музейҙы апрель башында асыу күҙаллана. Лаборатория, конференция залдары, архив фондтар ғалимдарҙы йәлеп итер, тигән өмөт бар. Йәйге осорға ғына дүрткә яҡын ҙур сара үткәреү күҙаллана. «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә килгәндә, рәсемдәрҙе концервациялау кәрәкмәй, бары тик климатты күҙәтеп тороу талап ителә, ти рестовраторҙар.

Фото №1 - «Шүлгәнташ» музей комплексының төп экспонаттары урынлаштырыла
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ