Рәсәй Луганск менән Донецк Халыҡ Республикаларының бойондороҡһоҙлоғон һәм суверенитетын таный

Рәсәй Луганск менән Донецк Халыҡ Республикаларының бойондороҡһоҙлоғон һәм суверенитетын таный

Был турала Владимир Путин ил халҡына мөрәжәғәтендә белдерҙе. Һуңынан ул төбәктәрҙе айырым дәүләттәр тип таныу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Федераль Йыйылыш был ҡарарҙы хуплауын, ике республика менән дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһындағы килешеүҙе раҫлауын һорайым, тине ил етәксеһе. Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Олег Ғәлин Рәсәй яғынан был мөмкин булған берҙән-бер аҙым тип билдәләне.

Донбастағы хәл уҙған аҙнала киҫкенләште: Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары вәкилдәре Украина ҡораллы көстәре уларҙың позициялары буйынса ут асыуын белдерҙе. Ҡатмарлы хәрби хәлгә бәйле, был республикалар биләмәләрендә эвакуация иғлан ителде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ