2 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә. “Донбасс халҡының ниндәй ауырлыҡтар кисереүен беләбеҙ. Улар тыуған йорттарын ҡалдырырға мәжбүр. Беҙ уларҙы ҡабул итергә, мәрхәмәтлек күрһәтергә тейеш. Йөрәк йылыһын өләшәйек”, - тип белдерҙе Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.
Донбастан эвакуацияланған граждандар өсөн Башҡортостанда эш урындары әҙерләнә. Төрлө һөнәрҙәр буйынса 8 мең вакансия тәҡдим ителә. Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова:
Республикала эвакуациаланыусыларға гуманитар ярҙам туплау дауам итә. Уның штабы "Берҙәм Рәсәй" сәйәси фирҡәһенең төбәк башҡарма комитетында урынлашҡан. Йәшәгән урындарын ҡалдырып, Рәсәйгә һыйынған халыҡҡа тәү сиратта көндәлек гигиена әйберҙәре, йылы кейем-һалым кәрәк булыуы ихтимал. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Гөлнара Кирәева.
Донбастан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам буйынса мөрәжәғәттәр Ситуация үҙәгендә ҡабул ителә. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.







