Республика Милли архивы легендар осоусының шәхси документтарын киң йәмәғәтселеккә сығарҙы. Муса Гәрәев Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлай, 1942 йылда фронтҡа оҙатыла. Ике йылдан гвардия командиры итеп тәғәйенләнә.250-нән ашыу хәрби осош яһай. Тәүге батырлығын күрһәткәндә уға 23 йәш тә тулмаған була. “Беҙҙә геройҙың шәхси документтары, награда ҡағыҙҙары, фотоһүрәттәре һаҡлана”, - ти Милли архив хеҙмәткәре Айгөл Ураҡаева.
“Муса Гәрәев – халыҡ ҡаһарманы. Уның батырлығы тураһында һәр кем белергә тейеш”, - тигән фекерҙә Милли архив етәксеһе урынбаҫары Ниязбай Сәлимов.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Муса Гәрәевтың 100 йыллығына арналған саралар йыл дауамында уҙасаҡ.







