Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернатта булды

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә  Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернатта булды

Унда йәш осоусылар әҙерләнә, уҡыу йортон тамамлаусыларҙың юғары хәрби-авация  учреждениеларына уҡырға инеү мөмкинлеге бар. Радий Хәбиров мәктәп музейын, кабинеттарҙы, йәшәү бүлмәләрен  ҡараны. Был мәктәптә уҡыусылар парашют-десант әҙерлеге үтә,  8-се  класта  уҡ парашют менән һикерәләр. Әле унда  323 кадет белем ала.  Уҡыу 4 йыл дауам итә. Радий Хәбиров  ошонда уҡ Муса Гәрәевтың 100 йыллығы уңайынан үткәреләсәк юбилей сараларына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе. “Йәштәр Муса Ғайса улының тормош миҫалында тәрбиәләнергә тейеш”, тине Радий Хәбиров.

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернатта булды

Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сараларҙың төп өлөшө 8 һәм 9 июлдә Өфөлә һәм Илеш районында үтә. Өфө дәүләт авиация-техник университеты биләмәһендәге Миг-19 самолеты торған постамент төҙөкләндерелә. Был һәйкәлде 1974 йылда Муса Гәрәев аса. Шулай уҡ һәйкәлдәр һәм мемориалдар тәртипкә китерелә. ДОСААФ-тың төбәк бүлексәһе авиа шоу һәм парашюттан һикереүселәрҙең сығышынан торған программа күрһәтергә тәҡдим итә. Баш ҡалалағы Дан Бульварын һәм Муса Гәрәев скверын төҙөкләндереү ҡарала. Илеш районында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройына һәйкәл ҡуйыу ниәте бар.

Фото №1 - Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә  Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернатта булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ