Радий Хәбиров Өфөләге Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты

Республиканың күп милләтле халҡы исеменән ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы «Мәңгелек ут»ҡа сәскә гөлләмәһе һалды.

Ҡаһармандарса һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Башҡортостан менән Рәсәй гимндары яңғыраны. Радий Хәбиров, шулай уҡ, генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимов бюстарына сәскә һалды. Республика етәксеһе хәтерҙең мәңгелек булыуын, 23 февралдең күптән халыҡ байрамына әйләнеүен дә билдәләне.

Тантанаға Хөкүмәт һәм баш ҡала хакимиәте етәкселеге, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, төрлө ведомство вәкилдәре, ветерандар саҡырылғайны. Хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, курсанттар һәм кадеттар ҙа яҡташ геройҙарҙы ҡәҙерләп иҫкә алды.

Фото №1 - Радий Хәбиров Өфөләге Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ