Туймазы районынан Илназ Дәүләтов протезлы булды

10 мең вольтлы токка һуғылып иҫән ҡалған малай Мәскәүҙә бионик ҡул протездарын кейеп ҡараны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бәхетһеҙ осраҡҡа Илназ былтыр йәйгеһен тарый. Ҡул суҡтары ныҡ зарарланыу һөҙөмтәһендә табиптар уның ҡулдарын һаҡлап ҡала алмай. 3 миллион һумдан ашыу торған протездарҙы «Сколков» инновация үҙәгенең резиденты булған Рәсәй “Моторика” компанияһы эшләгән.

Әле конструкция камиллаштырыла, уны кейеп ҡарағандан һуң, ҙурлығын тап килтереү талап ителә. Белгестәр әйтеүенсә, киләһе аҙна протез тулыһынса әҙер булыр тип көтөлә. Был юлы Илназ «Моторика» компанияһы үткәргән «Перепись Киборгов» сараһында ла ҡатнашты.

Барыһы ла яҡшы. Тик ҡулдарым әҙерәк ябыҡҡан, шуға протездар ҙурыраҡ, теләһә ҡайһы ваҡыт килеп төшөүе лә ихтимал. Хәҙер тап килтереп эшләйәсәктәр. Протездар әҙер булғас, социаль селтәрҙә тура эфирҙарҙы күберәк ойошторорға уйлайым.

Илназ Дәүләтов

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылдың июлендә «Моторика» компанияһы менән Башҡортостан Хөкүмәте хеҙмәттәшлек итеүгә ҡул ҡуйғайны. Былтыр Башҡортостандан барлығы 21 кеше функциялы ҡул протезы алған. Быйыл тағы 30 протез ҡуйылыр тип көтөлә.

Фото №1 - Туймазы районынан Илназ Дәүләтов протезлы булды

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ