БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ун хеҙмәткәр Ростовҡа юлланды

Улар Донбасстан республикаға эвакуацияланған кешеләрҙе оҙатып алып ҡайтасаҡ.

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 2 меңдән ашыу мәжбүри күсенеүсене ҡабул итергә әҙерләнә. Район-ҡалаларҙа ике тиҫтәнән ашыу пункттар ойошторолған. Уларҙың әҙерлеге, шарттар Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә уҙған кәңәшәмәлә лә тикшерелде.  

Белгестәр әйтеүенсә, транспорт, туҡландырыу, медицина хеҙмәтләндереүе, эш урындары, белем биреү менән бәйле барлыҡ һорауҙар хәл ителгән. Эвакуацияланыусыларға 150 ирекмән ярҙам күрһәтергә әҙер, халыҡ та бәләгә тарыусыларҙың проблемаһына битараф түгел. Шул уҡ ваҡытта әле Донбасс халҡы Рәсәйгә ҡушылыу айҡанлы байраҡтар тотоп урамдарға сыға.

Ерле халыҡ әйтеүенсә, улар был көндө 8 йыл дауммында көткән. Улар хәҙер Донбасста тормоштоң тотороҡланыуына ышана, тыныс тормош башланыуын көтә. Рәсәй флагы менән урамға сығыусылар араһында Донецк халыҡ ресупбликаһының 2018 йылда һәләк булған башлығы Александр Захарченконың ата-әсәһе лә бар.  Улыбыҙ  Рәсәйгә ҡушылыу өсөн көрәште, ҡыҙғанысҡа күрә, үҙе генә ошо көндәрҙе күрә алманы, ти улар. 

Фото №1 - БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ун хеҙмәткәр Ростовҡа юлланды

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ