Байрам уңайынан Иҫке Собханғол мәктәбе алдындағы майҙанда уҡыусылар, район хакимиәте вәкилдәре һәм ауыл халҡы йыйылды.
Улар Тыуған ил тыныслығы өсөн көрәшкән һалдаттар хөрмәтенә ҡуйылған һөйәкәлгә сәскә һалды. Тантаналы саранын һуң, Бөрйән районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Ваһапов тәбрикләнде.
Абдулла Ноғоман улы 1943 йылда Приморье крайына ебәрелә. Һалдат Кореяны азат итеүҙә, 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты составында япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан.
Әлфинә Килдейәрова







