Һалдат хеҙмәтенә тоғролоҡ...

Хәйбулла районында көслө заттар тиҙлеккә һәм етеҙлеккә көс һынашты. «Зарница» хәрби-патриотик уйыны биш ғәскәрҙә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштерҙе. Район үҙәге спорт мәктәбендә уҙғарылған бәйге Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Әхмәт Хәмиҙуллин әле запастағылар эскәмйәһендә ултырһа ла, ярышта көсөн һынап ҡарарға һәр саҡ әҙер. Уның биш тиҫтә йыл элек Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе тураһында төрлө наградалар хәтерләтә. Әхмәт Хәмит улы күп йылдар Мәскәүҙә үткән Хәрби парадта ла ҡатнашҡан.

Төрлө ғәскәрҙәр араһында «Зарница» хәрби-патриотик уйыны тәүгә ойошторола. Диңгеҙ флоты, сик һаҡсылары,  десантсылар һәм ракетасылар етеҙлектә көс һынашты. Элекке һалдаттар автоматты йыйып-һүтеү, противогаз кейеп йүгереү кеүек ярыштарҙа ҡатнашты.

Бәйгегә былтыр хәрби уҡыу-ялан йыйындары үткән мобилизация резервы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Район хакимиәте уларҙы Рәхмәт хаты менән бүләкләп,  ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотланы.

Районда резервтағыларҙың үҙ- ара туғанлығы барлыҡҡа килде тип әйтергә лә мөмкин. Һәр саҡ хәбәрләшеп, яңылыҡтар менән бүлешеп торабыҙ. Ярҙам кәрәк саҡта бер ҡасан да ситтә тороп ҡалмайбыҙ.

Фәрүәз Рәхмәтов, Хәйбулла районының мобилизация резервы вәкиле

«Зарница» уйынында ҡатнашыусылар әрме тормошон хәтергә төшөрҙө. Сараның еңеүсеһе тип ракета ғәскәрҙәре билдәләнде. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы полиция, һауа-десант ғәскәрҙәре алды. Шәхси беренселектә яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.

Фото №1 - Һалдат  хеҙмәтенә  тоғролоҡ...

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ