Райондың Мораҙым ауылында ат ярышы үтте. Сарала ҡырҡтан ашыу һыбайлы ҡатнашты. Бәйге бер нисә этапта ойошторолдо. “Күптәребеҙ ат сабышына дәртләнеп, сәмләнеп әҙерләнде. Шулай уҡ аттарҙың һабантуйҙарға, башҡа ат сабыштарына әҙерләнгәнен һынаныҡ”, - ти, сараның бағыусыһы, район депутаты Венер Малакаев.







