Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар әкренләп кәмей башланы

Һуңғы тәүлектә ауырыу 4 мең 196 осраҡта раҫланған. Пандемия башланған көндән сирлеләрҙең дөйөм иҫәбе 200 меңде ашып китте.

Бөгөнгә стационарҙарҙа 311 пациент, уларҙың 37-һе ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма еллләтеү ҡоролмаһына эләгеүселәр юҡ. Амбулатор шарттарҙа 42 меңдән ашыу кеше дауалана, һуңғы тәүлектә уларҙың меңдә утыҙ бише һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа, үлем осраҡтары ла бар. Бөгөнгә мәкерле сирҙән 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Дөйөм үлем күрһәткесе 5 меңдән ашыу.

Коллектив иммунитет булдырыу саралары ла туҡтамай. Һуңғы тәүлектә 2 мең самаһы кеше вакцина ҡаҙатҡан. Уның ике компонентын да 2 миллион 300 меңдән ашыу кеше эшләткән. Был вакциналанырға тейешле халыҡтың яҡынса 93 проценты. Башҡортостанға барлығы 3 миллион доза самаһы вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар әкренләп кәмей башланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ