Инвестиция сәғәтендә ҡатнашыусы эшҡыуарҙарға йәшел юл

Бизнес-шериф ярҙамы менән. Ейәнсура районында ла яңы бизнес-шериф эшләй башлағандан алып 21 кеше үҙ эшен асҡан. Улар араһында ағас эшкәртеүсе Александр Дуренков кеүек эшҡыуарлыҡ даирәһен киңәйтергә ынтылыусылар ҙа бар. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Азамат Салауатов Ейәнсура районында бизнес-шериф булып былтыр октябрҙән бирле эшләй. Ул 17 эшҡыуарлыҡ сәғәтен үткәреп , 21 йүнәлештә үҙ эшен асырға теләүселәргә ярҙам ҡулы һуҙған. Александр Дуренковтың ағас эшкәртеү предприятиеһында ла йыш була. Эшҡыуарҙың киләсәктә эш даирәһен киңәйтеп сауҙаға тотонорға ниәтләнеүен хуплап сығыш яһай.

Андрей Булатов ағас эшкәртеү цехында өсөнсө йыл эшләп, ярайһы тәжрибә туплаған. Быға тиклем бында етештерелгән прдукция халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланған. Әммә йыл башынан төҙөлөш материалдарына хаҡтар ике тапҡырға ҡапыл үҫеү сәбәпле хәлдәр үҙгәрә төшкән.

Ағас хаҡы ике тапҡырға артты, әлбиттә, заказдар бер ни тиклем кәмене. Беҙ клиентың заявкаһынан сығып, төрлө ҙурлыҡтағы таҡта ярабыҙ, брус етештерәбеҙ.

Андрей Булатов, ағас эшкәртеүсе

Был пилорама ҡалдыҡтарһыҙ эшләй. Түмәр ярғандан һуң ҡалған гәрбилдәр эшкәртелеп, йорт-ҡура, түбә япҡанда ҡулланыла. Ун хеҙмәткәр араһында эш бүленеше лә штат расписаниеһына ярашлы. Хеҙмәткәрҙәр ялы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Эшҡыуар яҡын арала сауҙа эшен трассаға яҡын майҙанда башҡарасаҡ.

Таҙлар ауылына илткән трасса янында запас частәр, буяуҙар, крандар, саморездар, ҡаҙаҡтар һатасаҡбыҙ.

Александр Дуренков, эшҡыуар

Эшҡыуар киләсәктә тауар ассортиментын арттырыу маҡсатында ағас киптереү ҡоромаһын һатып алырға теләй. Маҡсаты – иҙән таҡталары, вагонкалар етештереү.

Ағас эшкәртеү бизнесына Александр Дуренков 2013 йылдың йәйендә тотона. Ярты гектар майҙанда төрлө ҙурлыҡта таҡта, брус, таяуҙар һәм штакетниктар етештерә. Киләсәктә трассаға яҡын майҙанда сауҙа нөктәһен асыу ниәте лә бар. Әлеге ваҡытта сауҙа өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһының майҙаны билдәләнгән дә инде.

Фото №1 - Инвестиция сәғәтендә ҡатнашыусы эшҡыуарҙарға йәшел юл
Башбат

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ