Улар туғандарында төпләнгән. Украина агрессияһынан ҡасып Рәсәйгә һыйыныусыларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Бынан тыш, район-ҡалаларҙа мәжбүри күсенеүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә.Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
12 йәшлек Романдың хыялы ябай – илдә тыныслыҡ булһын. Өләсәһе һәм апаһы менән ул кисә генә Өфөгә килеп етһә лә яҡын арала кире әйләнеп ҡайтырына ышана. Донецкиҙа әсәһе менән атаһы ҡалған, уларҙы хәрби бурыслы булараҡ сиктән сығармағандар.
Донецк халыҡ республикаһынан эвакуацияланыусылар сикте 21 февралдә үткән. Ростов ҡалаһына тиклем автобуста, ә Өфөгә самолетта килеп еткәндәр.
Бында улар балаларында төпләнгән. Әйткәндәй, улар ҙа 2014 йылда оҡшаш хәлгә тарый. Күп тә уйлап тормай Евдокимовтар ғаиләһе Рәсәйгә йәшәргә күсә. Ике йылдан һуң Өфөлә эш табып, йорт һатып алалар. Хәҙер ике бүлмәле өйҙә улар Донецкийҙан килгән туғандарын һыйындыра. Тар булһа ла иң мөһиме яҡындар эргәлә булғанға күңел тыныс, ти ғаилә башлығы
Украина агрессияһынан ҡасып Рәсәйгә күсенеүселәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк ойошмаһында аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйыу өсөн пункт булдырылған. Унда теләгән һәр кем мохтаждар өсөн әйберҙәр килтерә ала, аҡсалата ярҙам да күрһәтергә мөмкин.
Әйберҙәр тотоп килеүселәр кәмемәй. Шылтыратып ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙырғә әҙер булыусылар ҙа күп, тип белдерәләр «Берҙәм Рәсәй»ҙә ойошторолған колл-үҙәктә.
Халыҡ фронты ла Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам йыя башлаған. Киләһе аҙнала бер тоннаға яҡын кейем-һалым, аҙыҡ-түлек мохтаждарға ебәреләсәк.
Ташландыҡ ҡағыҙ, гәзит-журналдар тапшырып та ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкин. Республиканың административ һәм коммерция ойошмаларында 80-гә яҡын эко йәшниктәр ултыртылған. Макулатура йыйыуҙан төшкән аҡса эвакуацияланыусыларға матди ярҙам булараҡ ебәреләсәк.
Әлфинә Килдейәрова




