Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында ауыл хужалығы өлкәһендә проекттар ҡаралды

Ейәнсура районында малсылыҡ комплексы үҙгәртеп ҡорола. Бының өсөн инвестор 270 миллион һум йәлеп итергә ниәтләй. Өфө районында ауыл хужалығы тауары, шул иҫәптән йәшелсә һәм емеште, эшкәртеү һәм һатыу буйынса логистик үҙәк төҙөү ҡарала. Проект 4 миллиард 600 миллион һумға баһалана. Бөрө районында бөртөклө һәм йәшелсә культуралар үҫтереү, эшкәртеү һәм һаҡлау комплексын булдырыу тәҡдим ителде. Бының өсөн 2 миллиард 100 миллион һум инвестиция йәлеп ителә, 120 кешегә эш урыны була. Радий Хәбиров бөтә проекттарға булышлыҡ итергә һәм мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә ҡушты.

Фото №1 - Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында ауыл хужалығы өлкәһендә проекттар ҡаралды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ