Теүәл 30 йыл элек, 1992 йылда Башҡортостан Республикаһы тигән рәсми исем барлыҡҡа килә һәм дәүләт символдары – флаг, герб һәм гимнға ихтыяж тыуа. Шуға бәйле конкурс иғлан ителә. Флагҡа бәйле ярышта рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабинаның эше һайлап алына. Урал Мәсәлимов әйтеүенсә, Башҡортостан флагы халыҡтың яҡты киләсәккә ынтылышын, милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ төшөнсәләрен сағылдыра.
Флаг 3 төҫтән тора, йәшел – азатлыҡ, мәңгелекте, аҡ – тыныслыҡ һөйөүсәнлек, республика халыҡтарының хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, күк – асыҡлыҡ, уйҙар таҙалығын аңлата. Әләмдә түңәрәк уртаһында 7 тажлы ҡурай сәскәһе, ул башҡорт халҡына нигеҙ һалған 7 ырыуҙы сағылдыра һәм дуҫлыҡ символын аңлата.







