Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Үзбәкстандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашыуында шул турала килешелде. Быйыл майҙа беҙҙең республиканан рәсми делегация Ташкентҡа барырға йыйына. Ике баш ҡала араһында шул ваҡытҡа самолет оса башлауы ихтимал. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 113 миллион долларға еткән. Был күрһәткес һуңғы йылдарҙа ике тапҡырға яҡшырған.







