Ишембай умартасыларына дәүләт ярҙамы саралары буйынса күсмә семинар ойошторолдо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала урындағы ҡортсоларҙа «Би Хеппи» компанияһының инвестиция проектына һорауҙары барлыҡҡа килгәндән һуң, Хөкүмәт-премьер министры урынбаҫары Азат Бадранов Маҡар ауылы биләмәһендә йәшәүселәр менән осрашып, уларға мәғлүмәти-консультация сараһы үткәрергә вәғәҙәләгәйне. Сөнки күптәр хужалыҡты үҫтереүгә субсидия, грант алыу мөмкинлектәре хаҡында белмәүе асыҡлана. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Умартасылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр «агростартап»та ҡатнашып, үҙ эшен асыуға дәүләттән ярҙам алыуға дәғүә итә ала. Ә бына кәмендә ике йыл ауыл хужалығында эшләп, туғандарын хеҙмәт урыны менән тәьмин иткәндә «Ғаилә фермаһы» программаһында ҡатнашырға мөмкин.
Кооперативтарға килгәндә, тейешле документтар һәм отчет булғанда уларға квартал һайын сеймал һатып алыуға субсидиялар бүленә. Башҡортостандың ауыл хужалығын консультациялау үҙәге Ишембай район умартасыларын дәүләт ярҙамы саралары менән ентекле таныштырҙы.
Һуңғы йылдарҙа Ишембай районынан тик бер умартасы ғына хужалығын үҫтереүгә грант алған. Был бик түбән күрһәткес. Шуға күрә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тәҡдиме менән урындағы халыҡҡа дәүләт ярҙамын алыу буйынса аңлатыу эшен көсәйтеү, махсус уҡыуҙар, консультациялар ойоштороу бурысы ҡуйылғайны.
Маҡар ауылы биләмәһендә үткән осрашыуҙа Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре лә ҡатнашты. Улар милли символға әйләнгән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу буйынса саралар планы менән таныштырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙналағы осрашыу һөҙөмтәләре буйынса Ишембай районында умартасылар ойошмаһы булдырыу ҡарары ҡабул ителде. Инвестиция проектын тормошҡа ашырғанда барлыҡҡа килгән һорауҙарҙы көйләгәндә власть органдары урындағы халыҡ менән берҙәм эш итәсәк. Инициатив төркөм булдырылды.
Белгестәр билдәләүенсә, биләмәлә йылына өс йөҙ тонна ғына бал етештерелә, йәғни потенциал тулыһынса ҡулланылмай, сөнки бында ун мең тоннаға тиклем продукция әҙерләргә мөмкин. «Би Хеппи» компанияһына килгәндә, ул республика эсендә конкуренция булдырмаясаҡ.
Барлыҡ бал продукцияһы Халыҡ-ара экспортҡа йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта татлы ризыҡтың яртыһын урындағы умартасыларҙан һатып алыу ҡаралған. Балдың сифатын тикшереү буйынса лаборатория асылыуы ла алдынғы илдәр баҙарына сығыуға мөмкинлектәрҙе киңәйтә.
Гөлназ Хәйбуллина




