Бындай шарттарҙа эшҡыуарлыҡ күптән эшләй һәм был саралар импортҡа алмашты үҫтерәсәк кенә, тине республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов. Бөгөн ведомство үткән йыл эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә арналған коллегия ултырышына йыйылды.
Ауыр эпидемиологик шарттарға ҡарамаҫтан, былтыр бизнес өлкәһендә үҫеш күҙәтелгән. Республикала 127 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Нияз Фазылов әйтеүенсә, тармаҡ пандемияға тиклемге хәленә ҡайтты. Хәҙер комитет алдында тағы ла етдиерәк бурыс ҡуйыла. Ил башлығы эшҡыуарлыҡты һанлы форматҡа күсерергә ҡушты.
Айнур Кәбиров




