Өфө районы Дмитриевка ауылында капиталь ремонттан һуң китапхана асылды. Төҙөкләндереү эштәре ярты йыл дауам иткән. Яҡынса дүрт миллионлыҡ финанс сығымдар тулыһынса муниципаль бюджеттан ҡапланған.
Бинаны ҡайтанан планлаштырыу барышында ул күп функциялы итеп үҙгәртелгән. Ижади дәрестәр, йәштәр һәм балалар өсөн айырым залдар ҡоролған, мебель тулыһынса яңыртылған. Видео-конференциялар ойоштороу, фильм күрһәтеү өсөн мультимедия ҡорамалдары һатып алынған. Бынан тыш, китапханала «бәләкәй театр» түңәрәге эш башлаясаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина




