Иҫәнбайҙар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Илеш районы данын яҡлаясаҡ

Иҫәнбай ауылы халҡы мәҙәни һәм спорт сараларын милли йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып үткәрә. Сәмсел замандаштарыбыҙҙың айыҡ тормошо хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Иҫәнбайҙар ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыт яҡты йөҙ, ошо төбәктә ижад ителгән күңелле таҡмаҡтар менән ҡаршылай. Бында

 ҡырғыҙ ырыуы ғаиләләре ғүмер итә. Яҙма ҡомартҡыларҙа улар хаҡында тәүге мәғлүмәт 1690 йылдан билдәле. Ауылға нигеҙ ташы 1726 йылда һалынған. Иҫәнбай ауылынан 10 ғаилә үҙенең нәҫел шәжәрәһен төҙөгән. Ветеран уҡытыусы Зөләйха Рәжәпова ауыл тарихын өйрәнеп, башҡа яҡташтарына ла өлгө күрһәткән.

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренә оҫта, милли ризыҡ әҙерләүгә лә бик уңғандар. Ләбиб Нәбиев боронғо ата-бабаларҙан ҡалған ағас һырлау кәсебен тергеҙгән. Ул был шөғөлдө ауыл малайҙарына ла бик теләп өйрәтә. Алдынғы игенсе, «Хеҙмәт даны» орденының тулы кавалеры Рәғиб Бәҙертдиновтың Илеш баҫыуҙарында күрһәткән батырлыҡтарын һәр кем йотлоғоп тыңлай, ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә.

Иҫәнбайҙар ат сабыштарында ал бирмәй, спорт уйындарында еңеүсе булып бихисап кубоктар һәм миҙалдар яулаған. Кибеттәрҙә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған. Ауылда 17 йыл рәттән балыҡсылар ярышы үткәрелә. Ял һәм байрам көндәрен эскеһеҙ үткәреү, яңы шөғөлдәр уйлап табыу милләттәштәребеҙгә сәләмәт тормошҡа юл аса тип белдерҙе  Иҫәнбай ауыл биләмәһе башлығы Фәғитйән Зарипов.

 Манышты йылғаһы быуаһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа балыҡ ҡармаҡлап ҡараны.  70 балыҡсы араһынан иң өлкәненә һикһән йәш ине.

Балыҡ ҡармаҡлаусыларҙы 300 яҡын көйәрмән дәртләндерҙе. Был конкурста боронғо ата-бабалар  кәсебен яратҡан шөғөлөнә әүерелдергән Илмир Таһиров беренсе урын яуланы.

 Иҫәнбайҙа үткән айыҡ байрамда асыҡ һауала тәмле былау бешерелде, ҡунаҡсыл хужалар олоһон-кесеһен мул табынға саҡырып һыйланы. Ауылдаштар «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабында ла берҙәмлек күрһәтеп, еңеү яуларға иҫәп тота.

Фото №1 - Иҫәнбайҙар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Илеш районы данын яҡлаясаҡ

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ