Башҡортостанда республиканың икенсе геопаркы Торатауға халыҡ-ара статус юллау буйынса эҙмә-эҙлекле саралар күрелә. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы ошо маҡсатта ЮНЕСКО белгестәре менән осрашты. Ирландиянан Джон Галлоуей менән Испаниянан Хосе Барерра әфәнделәр Торатауҙы ентекләп өйрәнеү өсөн Башҡортостанға килгән. Радий Хәбиров улар менән геопаркты үҫтереү юлдары тураһында фекер алышты.
Башҡортостан башлығы менән осрашырҙан алда ЮНЕСКО эксперттары Ишембай районына сәфәр ҡылған. Торатауҙы, геопарк биләмәһен барып күргән.





