Салауатта пандемия осоронда дауаханаларҙа эшләгән студенттар бүләкләнде

Ҡала хакимите башлығы буласаҡ табиптар менән осрашыу ойоштороп йәш белгестәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Короновирус инфекцияһы таралған осорҙа ҡала дауаханаларына Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған 30 студент йәлеп ителгән. Улар үҙ эшенә яуаплы ҡарап, йөҙәрләгән пациентты дауаларға ярҙам иткән.

Уҡыу программаһының теоретик өлөшөн яҡшы белһәк тә практиканың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Реаль шарттарҙа пациенттарҙы дауалап белемде камиллаштырҙыҡ. Артабан кардиология йүнәлешендә үҫешергә тигән маҡсат ҡуйҙым.

Эпидемиологик хәл ҡатмарлашҡан осорҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы поликлиникаларға ла студенттар төркөмө йәлеп ителде. 8 йәш белгес пациенттарға ярҙам күрһәтеп, тәжрибәһен камиллаштырҙы. Буласаҡ табиптарҙың бер өлөшө колл-үҙәктәрҙә эшләһә, ҡайһы берҙәре педиатрия бүлегендә кескәйҙәрҙе дауаланы.

Инфекция тиҙ таралған ваҡытта күп табиптар үҙҙәре ауырып, эшкә сыға алманы. Беҙ ихлас тырышып пациенттарға ярҙам итергә тырыштыҡ. Әлбиттә, ҡурҡыу тойғолары ла булды, сөнки беҙ студент түгел, табип булараҡ эш башҡарҙыҡ.

Анна Саликова, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты
Фото №1 - Салауатта пандемия осоронда дауаханаларҙа эшләгән студенттар бүләкләнде

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ