Данис тыумыштан церебраль фалиждан яфалана. Уға күнекмәләр эшләп аяҡ мускулдарын хәрәкәтлендереү өсөн махсус велосипед талап ителә. Бының турала ул Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә хат яҙып, хәбәр итә. Ниһайәт, Данистың хыялы тормошҡа ашты. Үсмерҙең шатлығын БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова уртаҡлашты.
Әйтерһең көн дә велосипедта йөрөй. Бүләкте күреү менән Данис шәп кенә менеп ултырып, ҡуҙғалып та китте. Әле ултырғысты ла, рулде лә буйға ҡарап көйләйһе бар. Йыһан аппараты түгел, уныһын ғына үҙаллы эшләй алырбыҙ, тип Данистың атаһы ҡыуанысын белдерә.
Данис тыумыштан балалар церебраль фалижынан яфалана. 16 йәшлек үҫмер күпләп операция кисерә, яҡын арала тубығына пластина ҡуйыу буйынса тағы бер әмәлиәт көтөлә.
Үҫмер быйыл 9 синыфты тамамлай, алда уны имтихандар көтә. Мәктәпте тамамлау менән Данис Бәләбәй ҡалаһындағы Машиналар төҙөү колледжына уҡырға инергә һәм IT-технологиялар өлкәһендә белгес булырға теләй. Буш ваҡытында телдәрҙе өйрәнеү менән мауыға, әле итальян теле серҙәренә төшөнә.
Шул ваҡыттан алып тәгәрмәсле техника тураһында хыялланған малай "Берҙәм Рәсәй" партияһының Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә хат яҙа. Заманса коляскалар бик ҡиммәт, уны һатып алыуға ғаиләнең көсө етмәй.
Тренажерҙы Красноярск ҡалаһында етештерәләр. Бүләкте Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова тапшырҙы. Ныҡ һәм юғары сифатлы велосипед церебраль фалиждан яфаланыусы балалар һәм өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән.
Данис көтөлмәгән бүләктән бик ҡәнәғәт. Әле ул колясканы ҡыш тимәй урамда һынап ҡарарға ла өлгөрҙө. Хәҙер көн дә ғаиләләләре менән яҡындағы паркта велосипедта менән йөрөргә ниәтләйҙәр.
Әлфинә Килдейәрова







