Иглин районында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Донецк һәм Луганск республикаларынан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам ойошторолдо. Иглинда йәшәүселәрҙе ирекмәндәр ваҡытлыса ауырлыҡ кисереүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡырҙы.
Район халҡы бер төптән «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» штабына оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, йылы кейем-һалым, постель һәм гигиена өсөн кәрәк-яраҡтар алып килде. Иң тәүгеләрҙән булып хәйрийә акцияһына эшҡыуар Анна һәм Ғәсимйән Ғәлиуллиндар ғаиләһе ҡушылды.
Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан эвакуацияланған халыҡҡа гуманитар ярҙам күрһәтеү штабы Өфөлә берҙәм Рәсәй партияһының төбәк бүлексәһендә Цюрупа урамы 17 адресы буйынса урынлашҡан. Муниципаль берәмектәрҙә ярҙам партияның район бүлексәләрендә ҡабул ителә.
Гүзәл Борханова







