Өфөлә яңы пассажир автобусы маршруты асылды

17-се автобус Ағиҙел микрорайонынан «Үҙәк баҙар»туҡталышына тиклем йөрөйәсәк. Был маршрут буйынса автобустар көнөнә 72 рейс башҡарасаҡ тип планлаштырыла. Транспорттың йөрөү интевалы 20 минуттан алып ярты сәғәткә тиклем. Юлда йөрөгән өсөн»Алға» картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин. Маршрутта «Бәхетле сәғәт» акцияһы ла ғәмәлдә.

Элеге ваҡытта 4 автобус рейста, пассажирҙар һаны артыу менән был йүнәлештәге транспортҡа тағы ла 4 автобус өҫтәләсәк.

Вадим Синцов, «Башавтотранс»тың 3-сө пассажир автотранспорт идаралығы етәксеһе

Быға тиклем тура маршрутты Сәғит Агиш урамынан 5-се автобус башҡарған. Әммә ул оҙаҡ ваҡыт эшләмәй тороу сәбәпле, халыҡ бер-нисә транспорт менән йөрөргә мәжбүр булған.

Фото №1 - Өфөлә яңы пассажир автобусы маршруты асылды

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ