Башҡортостанда патриотик йырҙар республика конкурс-фестиваленә йомғаҡ яһалды

Бөгөн Өфө районының Алексеевка мәҙәниәт йортонда «Һуғыш менән көйҙөрөлгән йылдар» патриотик йырҙар республика конкурсының гала-концерты уҙҙы. Сәхнәлә дүрт йөҙ ҡатнашыусы араһынан һайлап алынған иң сағыу башҡарыусылар сығыш яһаны.

Рухты күтәреү өсөн йырҙан да көслөрәге юҡ, ти хәрбиҙәр. Уларҙың байтағы был хаҡиҡәтте үҙ иңендә татыған. Йыр менән утты, һыуҙы кискән. Марш менән сафтарҙа саҡырымдар үткән. Ул йырҙар күңелдә мәңгелеккә уйылып ҡала, ти ветерандар.

Тыныс тормошта ла хәрби йырҙарҙың әһәмиәте ҙур. Тап улар аша киләсәк быуында патриотик рух, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләнә. Тап хәрби йырҙар аша тарих, илдең данлы, халҡыбыҙҙың ҡаһарман үткәне киләсәк быуындарға күсә.

Илебеҙҙең хәрби үткәне, үҙ сиратында йырлы тарихы ла бик бай. Шуға күрә ойошторосыларға ла финалистарҙы һайлап алыу ауырға тура килгән. Сөнки һәр йыр күңелгә ятыш, мәғәнәле, еңеүгә лайыҡ, ти конкурсты ойоштороусылар. Уларға республиканың биш йөҙгә яҡын коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусылары араһынан гала-концертта сығыш яһаусыны билдәләргә тура килгән.

Тәүҙә төбәк кимәлендә конкурстар үтте. Еңеүселәрҙе ветерандар комитеты ағзалары һайланы. Республиканың һәр ҡала һәм райондарынан йырсылар ҡатнашты. Беҙ иң яҡшы егерме башҡарыусыны һайлап алдыҡ һәм улар бөгөн бер сәхнәлә. Концерт һуңынан уларҙың барыһын да бүләкләйәсәкбеҙ.

Владимир Попов, Башҡортостандың ветерандар комитеты рәйесе

Шулай ҙа иң мөһиме: хәтер, ти конкурсты ойоштороусылар. Сөнки хәтер һуғыштың дошманы. Үткәндәрҙе иҫкә алыу юғала икән, тыныслыҡ та ҡаҡшай башлай.

Фото №1 - Башҡортостанда патриотик йырҙар республика конкурс-фестиваленә йомғаҡ яһалды

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ